7 декабрь, Шаршамбы

13 ноябрь 2009 йыл, 16:24

Ринат Сәғитов: «Мөрәжәғәтнамәлә ҡуҙғатылған мәсьәләләр – бик мөһим»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуҙғатылған мәсьәләләрҙе Дәүләт Думаһы депутаты Ринат Сәғитов бик мөһим тип атаны.

— Президент күтәргән беренсе шундай мәсьәлә — ғаиләне һәм граждандарыбыҙҙың һаулығын һаҡлау, — тине депутат. – Дмитрий Медведевтың был йүнәлештәге эште өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбенә индереүе бик мөһим. Ысынлап та, илдәге демографик хәлгә ҡарағанда, халҡыбыҙҙың һаулығы проблемаһы бик етди иғтибар һәм оператив хәл итеүҙе талап итә.

Мин Дмитрий Медведевтың кисекмәҫтән мәктәптәребеҙҙе яңыртыу буйынса саралар күрергә кәрәклеге тураһындағы фекере менән килешәм. Президенттың торлаҡ проблемаларын хәл итергә ынтылышы оҡшай. Бигерәк тә уның хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәклеген аңлауы ҡыуандыра. Илдәге бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, дәүләттең Ватанды һаҡлаусы кешеләр алдында үҙенә алған йөкләмәләрҙе үтәргә тырышыуы мөһим.

Президент туранан-тура Дәүләт Думаһына ҡағылған мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе. Былар – закондарға үҙгәрештәр индереү кәрәклеге. Һалымдарҙы кәметеү тураһындағы мәсьәлә лә актуаль.

Мин был Мөрәжәғәтнамәлә Президенттың РФ Хөкүмәте һәм тотош ил алдына ҡуйған бөтә бурыстары үтәлергә тейеш тип иҫәпләйем. Һәм шулай буласағына ышанам да.