3 декабрь, Шәмбе

13 ноябрь 2009 йыл, 15:07

Айрат Шаммазов: фән һәм инновацион технологиялар – үҙгәртеп ҡороуҙар нигеҙе

автор: Лиә Нәғимова

Рәсәй алдына стратегик бурыс ҡуйылды – яңы, азат, көслө һәм, әлбиттә, юғары технологиялы ил булыу, ти БР Фәндәр академияһы президенты Айрат Шаммазов.

— Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев РФ Федераль Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә илде иҡтисади яңыртыуҙың стратегик йүнәлештәрен билдәләне, — тине БР Фәндәр академияһы президенты, ил етәксеһенең программа документына комментарий биреп. – Беҙҙең ҡарашҡа, был стратегик йүнәлештәр булып өр-яңы медицина, энергетик һәм мәғлүмәт технологиялары булдырыу, космос һәм телекоммуникацион системаларҙы үҫтереү торорға тейеш. Һәм бөтә был үҙгәртеп ҡороуҙарҙың нигеҙе – фән һәм инновацион технологиялар, мәғариф һәм милләт сәләмәтлеге.

Айрат Шаммазов билдәләүенсә, РФ Президенты ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн беҙҙең һәр беребеҙгә милли идеялар менән янырға һәм, беренсе сиратта, үҙеңдән: интеллектуаль, профессиональ, рухи үҫештән һәм сәләмәт йәшәү рәүешенән башларға кәрәк.