9 декабрь, Йома

13 ноябрь 2009 йыл, 14:34

Белорет металлургия комбинаты Рәсәй Хөкүмәте премияһына дәғүә итә

автор: Ольга Горюнова

“Мечел” компанияһына ингән  Белорет металлургия комбинаты Рәсәй Хөкүмәте премияһына дәғүә итә.

Рәсәй  Федерацияһы Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге  премияһына конкурс беҙҙең илебеҙҙә  ун өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Был ваҡыт эсендә конкурста Рәсәйҙең 72 субъектынан меңәрләгән предприятие ҡатнашты, 96 ойошма лауреат исемен яуланы, 90 ойошма конкурс дипломанттары булды. Конкурстың беренсе этабында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса Белорет металлургия комбинаты предприятиены конкурсанттар исемлегенә индереүгә етерлек балл туплай алды.

Лауреаттарға сифатлы продукцияның ышаныслы   етештереүсеһе тигән абруй булдырыу  маҡсат итеп ҡуйылған конкурста  Белорет металлургия комбинаты беренсе тапҡыр ҡатнаша. Комиссия ағзалары, предприятие эшмәкәрлеге менән урында танышҡандан һуң,  комбинат етештергән продукция  конкурста  юғары баһалауға лайыҡ, тип билдәләне. Экспрет комиссияһының дөйөм фекере буйынса, Белорет металлургия комбинаты был конкурста юғары наградалар яуларға тейеш. Улар үҙҙәренең фекерен  конкурсты ойоштороу комиссияһына мотлаҡ еткерәсәк. РФ Хөкүмәте премияһы лауреатарының исемдәре алдағы айҙарҙа билдәле була.

“Белорет металлургия комбианты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Виктор Камелин һүҙҙәре буйынса, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең  сифат өлкәһендәге премияһы бөгөн  сифаттың эске һәм донья баҙарында конкуренцияға һәләтлелектең  мөһим  факторы тип иҫәпләгән компаниялар өсөн юғары награда. Тап шуның өсөн эксперттарҙың ыңғай фекере беҙҙең өсөн үтә мөһим.