Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Социаль ышаныслы ойошмалар бюллетене сығарылды

Сәйәсәт

«Башҡортостан Республикаһы бизнес-берләшмәһенең социаль яуаплылығы» бюллетене БР Профсоюздар федерацияһы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Эш биреүселәр союзы һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһы тарафынан сығарылған.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бюллетенгә республиканың үҙ хеҙмәткәрҙәренә социаль гарантиялар тәьмин итеүҙә иң яҡшылар булараҡ билдәләнгән предприятиелары ингән. Был ойошмалар хеҙмәтте һаҡлау һәм хеҙмәтсәндәрҙең һаулығын һаҡлау өлкәһендә әүҙем сәйәсәт үткәреү буйынса күп йыллыҡ тәжрибә туплаған һәм иҡтисади көрсөк шарттарында ла үҙ хеҙмәткәрҙәренең тормош кимәлен яҡшыртыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр таба.

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерхановтың фекеренсә, был баҫмала килтерелгән миҫалдар бизнестың социаль яуаплылығын күтәреүгә этәргес булып хеҙмәт итәсәк һәм республика граждандарының көнкүрешен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть