Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Александр Артюхов: производство тармағын модернизациялау һәм яңыртыу курсын хуплайым

Сәйәсәт

–Дмитрий  Медведев  үҙенең  Мөрәжәғәтнамәһендә йәмғиәт алдына ҡуйылған иҡтисади бурыстарҙы айырыуса билдәләп үтте һәм донья баҙарында алдынғылыҡты тәьмин итергә тейешле тармаҡтарҙы атаны. Ул эш йүнәлештәрен билдәләп кенә ҡалмай, сәнәғәт предприятиелары алдында үтәй алырлыҡ маҡсаттар ҡуйҙы, – тине Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Федераль Йыйылышҡа  Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий биреп,  БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы депутаты Александр Артюхов.

– Дәүләттең һөҙөмтәле һәм юғары технологиялы предприятиелар булдырыуына йүнәлеше, минең уйымса, нигеҙле, сөнки тап ошондай компаниялар ғына сифатлы һәм һорау менән ҡулланған тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештерә аласаҡ,– тип иҫәпләй Александр Артюхов.– Шуның өсөн мин Президентыбыҙҙың производство тармағын модернизалиялауҙы һәм яңыртыуҙы талап итеүен тулыһынса хуплайым.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть