6 декабрь, Шишәмбе

13 ноябрь 2009 йыл, 13:39

Республика диспетчер идаралығында – яңы ҡоролма

автор: Ольга Горюнова

Башҡортостан республика диспетчер идаралығында «РЭКО-ВЕК» селектор элемтәһе ҡорамалы файҙаланыуға индерелде. Ул инвестицион система операторы программаһы буйынса һатып алынды.

Селектор элемтәһе ҡорамалы мәғлүмәт менән оператив алмашыу нигеҙендә идаралыҡ ҡарарҙары ҡабул итеүҙе оптималләштереү маҡсатында «СО ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, оператив диспетчер идаралығы, республика диспетчер идаралығы етәкселектәре тарафынан ойошторолған селектор кәңәшмәләре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. 2009 йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Электр менән тәьмин итеү именлеген тәьмин итеү буйынса штаб йөкләмәһен үтәү өсөн Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге электр энергетикаһы субъекттары һәм эре ҡулланыусылар менән селектор кәңәшмәләре үткәреү планлаштырыла.