Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда пластик карталар буйынса түләү системаһы үҫешә

Иҡтисад

Башҡортостанда  ағымдағы йылдың 9 айында төбәк банкылары  тарафынан 3100-ҙән ашыу пластик  карталар бирелгән. Шул уҡ ваҡытта, йыл башы менән сағыштырғанда, карталар һаны 3,4 процентҡа кәмегән. Был август аҙағында “ACCORD” түләү системаһының ябылып, хеҙмәтләндереүҙе туҡтатыуына бәйле.

Түләү карталары  буйынса иҫәп-хисап үткәреү системаһында республиканың һигеҙ кредит ойошмаһы  һәм икенсе төбәктәр кредит ойошмаларының 37 филиалы эшләй.

Түләү  карталары буйынса 2009 йылдың 9 айында 143,7 миллиард һумлыҡ  52,1 миллион операция үткәрелгән. Был күрһәткестәр, былтырғы йылдың шул  уҡ осоро менән сағыштырғанда,11,9 һәм 6,8 процентҡа  юғарыраҡ.

Туғыҙ ай эсендә республиканың сауҙа селтәрҙәрендә терминалдар һаны 17,6 процентҡа (8,6 мең берәмеккә тиклем), банкоматтар һаны 18,6 процентҡа (1,9 мең берәмек) күтәрелгән.

Теги: Банкылар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть