4 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2009 йыл, 10:35

Башҡортостан продукцияһы – «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» араһында

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Йыл һайын ноябрҙең һәр икенсе кесе йома көнөндә билдәләнгән Бөтә донъя сифат көнөндә Өфөлә сифат конкурсы еңеүселәрен наградлау үткәрелде.

Иң элек, наградалар продукцияһы “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” Бөтә Рәсәй программа-конкурсы йомғаҡтары буйынса иң сифатлы тип танылған республика предприятиелары етәкселәренә тапшырылды.

Унда еңеү ҡатмарлы. Хатта конкурсҡа эләгеү генә лә еңелдән түгел. Программаның федераль этабында ҡатнашыу өсөн республика конкурсында еңергә кәрәк. Беҙҙә төбәк этабы “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы формаһында үткәрелә. Тимәк, Бөтә Рәсәй кимәленә иң лайыҡлылар ғына сыға. БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге директоры Амран Моратшиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл конкуренция айырыуса ҡаты булған. Хатта киң билдәле булған һәм бөтә илдә тотороҡло рәүештә юғары талап менән файҙаланған продукттар ҙа һәр ваҡыт юғары награда яулай алмай.

Шуға күрә лә республика өсөн һуңғы һөҙөмтә айырыуса мөһим. Башҡортостан предприятиелары тарафынан тәҡдим ителгән 35 продукция һәм хеҙмәтләндереү төрө лауреат дипломдары менән билдәләнде, 70 төр дипломант тип танылды. Әлегә бөтә төбәктәр буйынса йыйылма һөҙөмтәләр юҡ, шулай ҙа республика был юлы ла өс лидер иҫәбенә инер, моғайын, тип көтөлә. Хатта беренсе урын былыуы ла ихтимал. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан 77 төбәк араһында беренсе булды.

Һуңғы конкурста яңылыҡтар индерелде. Мәҫәлән, традицион номинацияларҙан тыш, яңыһы – “Халыҡ һәм художество промыслалары изделиелары” – барлыҡҡа килде, ә “Хеҙмәтләндереүҙәр” бүлеге был юлы ике номинацияға бүленде – “Халыҡ өсөн хеҙмәтләндереүҙәр” һәм “Производство-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәтләндереүҙәр”. Шулай уҡ иң яҡшы микробизнес предприятиелары билдәләнде.

«Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында Башҡортостан копилкаһында – алты лауреат дипломы. Уларға ҙур сәнәғәт производстволары эйә булды: «Полиэф», «Красный пролетарий», «ОЗНА», «Салауатнефтемаш», «НефАЗ», «Каустик». Дипломанттар – 17.

Рәсәйҙә иң яҡшы «халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары» — «Европласт» сикләнгән яуаплылыҡтағы йәмғиәте, «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө протез-ортопедия предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы һәм «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукциялары. Тағы биш предприятие продукцияһы дипломант булды.

Республиканың билдәле предприятиеһы – “Ағиҙел” Башҡортостан художество промыслаһы” дәүләт унитар предприятиеһы – яңы “Халыҡ һәм художество промыслалары изделиелары” номинацияһында лауреат булыуы бер кемде лә ғәжәпләндермәне. Нәфис биҙәлгән ағас тирмә конкурстың юғары наградаһына лайыҡ булды.

«Аҙыҡ-түлек тауарҙары» номинацияһы, ғәҙәттәгесә, беҙҙең өсөн иң уңышлыһы булды: 15 лауреат һәм 41 дипломант. Иң күп продукт-лауреаттар – «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, дөрөҫөрәге, Өфө һәм Бәләбәй спирт-араҡы комбинаттары иҫәбендә. Бәләбәй һөт комбинатының иң сифатлы продукцияһы – «Голландский» сыры һәм «Уральские просторы» үҫемлек-аҡ май ҡатнашмаһы. Ә Дүртөйлө һөт продукттары комбинаты Рәсәйҙә иң яҡшы ҡоро һөт һәм тоҙланмаған шәрбәт аҡ май етештерә.

«Халыҡ өсөн хеҙмәтләндереүҙәр» номинацияһында — дүрт лауреат һәм алты дипломант. Был бүлектә республика белем биреү, сәләмәтләндереү, туристик, полиграфия хеҙмәтләндереүҙәре, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәтләндереүҙәре тәҡдим итте.

Производство-техник сервис бүлегендә иң яҡшылар – «Спецнефтеэнергомонтажавтоматика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «НефтеГазВзрывПромСтрой» тресы. Дипломант исемен «Регион-Строй» сикләнгән яуаплылыҡтағы йәмғиәте продукцияһы яуланы.

Микробизнес өсөн махсус номинацияла ике шәхси эшҡыуар һәм «Нефтекама һыра-алкоголһеҙ эсемлектәр заводы» сикләнгән яуаплылыҡтағы йәмғиәте айырылып торҙо.