11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2009 йыл, 10:26

Башҡортостан профсоюздары көрсөк осоронда ла үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Республиканың Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһының профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булып уҙҙы. Бында профсоюз комитеттары лидерҙары, профсоюз хәрәкәте ветерандары, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.

Был байрам республикала беренсе тапҡыр үткәрелә. “Профессиональ союздар тураһында”  Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” Закон ағымдағы йылдың 21 октябрендә үткән БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың  ун һигеҙенсе ултырышында ҡабул ителгәйне. Бынан ары Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө 12 ноябрь билдәләнәсәк.

– БР-ҙа  Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө беренсе тапҡыр рәсми байрам булараҡ билдәләнеүе беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы,– тине БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов. – Был  эшселәр  мәнфәғәтен яҡлаусы профсоюз хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙаныштарын таныуҙы аңлата. Хеҙмәткәрҙәрҙең лайыҡлы  эш һәм социаль-көнкүреш шарттарын булдырыу, хеҙмәтте һаҡлау торошона контроль, производство коллективтарына етештереү пландарын үтәүҙә булышлыҡ итеү буйынса байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү тап беҙҙең  иңгә төштө.

Әлбиттә, профсоюздар өлкәһендә хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең эштә формализм  күренештәре күҙәтелә. Айырыуса райондарҙа килешеүҙәрҙең күп кенә пункттары   бойомға ашырылмай, ҡағыҙҙа ғына ҡала.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан,  бөгөн Башҡортостан профсоюздар  федерацияһының әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә социаль партнерлыҡ нигеҙҙәре һалынған. Бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа закондар сығарыу, хеҙмәтте һаҡлау һәм халыҡты социаль тәьмин итеү, хеҙмәткәрҙәрҙең законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен юридик яҡлау, лайыҡлы түләү кимәлен тәьмин итеү һәм социаль гарантиялар, эштән нигеҙһеҙ бушатыуға һәм эш хаҡтары буйынса бурыстарға юл ҡуймау өлкәһендәге хеҙмәттәр беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре булып тора. Башҡортостанда власть, профсоюздар һәм эш биреүселәр араһында конструктив диалогтың эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылыуы ҡыуаныслы. Социаль хеҙмәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләре социаль партнерлыҡ системаһы сиктәрендә цивилизациялы хәл ителә.

– Бөгөн профсоюздар хәрәкәтендә йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы ла ҡыуаныслы,- тип иҫәпләй Әмирхан Сәмерханов.- Профсоюздарҙың һәр өсөнсө ағзаһы 35-тән йәшерәк. Йәштәр  союз мәсьәләләре буйынса ла, дөйөм  социаль- иҡтисади проблемалар буйынса ҡыйыу инициативалар менән сығыш яһай. Әммә улрҙың тауышы йыш ҡына ишетелмәй ҡала. Беҙҙең өсөн был үтә мөһим мәсьәлә, сөнки профсоюздарҙың һайланма органдарына йәштәр килмәй. Киләсәктә бының кире эҙемтәләргә килтереүе көн кеүек асыҡ.

Икенсе мөһим мәсьәлә – профсоюз ағзаларының һанын сифатҡа күсереү. Профсоюз ойошмаһына инеү формаль булырға тейеш түгел. Киреһенсә, был яҡшы уйланылған, маҡсатлы аҙым булырға тейеш.

темалар: Байрамдар