10 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2009 йыл, 18:03

Педагогик белем биреүҙең төп бурысы – хәҙерге заман уҡытыусылары әҙерләү

автор: Эльмира Сабирова

— Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың Мөрәжәғәтнамәһендә бөтә донъя иҡтисади көрсөк шарттарында илдең иҡтисады, производствоһы һәм социаль өлкәһе торошона етди анализ бирелгән, – тип иҫәпләй М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин. — Иң мөһиме, Рәсәйҙе бөтә донъя ихтирам итерлек һәм илебеҙҙе көслө, ышаныслы, тотороҡло үҫешеүсе дәүләт итеп танытырлыҡ алдынғы рубеждарға сығарыу өсөн рәсәйҙәргә (бизнесмендарға, чиновниктарға, уҡытыусыларға, врачтарға) нимә эшләргә кәрәк, тигән һорауға концептуаль яуап бирелгән.

Ысынбарлыҡты йәшермәйенсә, Президент дәүләттең үҫешен тотҡарлаған һәм донъя йәмәғәтселегендә Рәсәй тураһында ысын демократик мөнәсәбәттәр һалынмаған һәм закондарҙы ихтирам итмәгән ил булараҡ ҡараш формалаштырған проблемаларҙы баһалай. Ысынлап та, Рәсәйҙә һәр граждандың именлеге төп урынға ҡуйылһын өсөн бик күп эшләргә кәрәк әле. Ләкин беҙ телмәрҙә төшөнкөлөккә бирелеү тапмайбыҙ, унда икеләнеүҙең эҙе лә юҡ, тимәк, беҙгә, Рәсәйҙең киләсәгенә ышаныс бар.

Илдең үҫеш стратегияһын билдәләп, Президенттың, үҙ принциптарына тоғро ҡалып, сираттағы тапҡыр: “Рәсәй демократик юл буйлап үҫешә ала. Ил цивилизацияның киләһе, тағы ла юғарыраҡ баҫҡысына күсә ала. Социаль өлкәләге кеүек, иҡтисадта көтөлгән структура үҙгәрештәрен көсләү юлы менән атҡарырға ярамай, ә шәхестең ижади потенциалын асыуға таянып тормошҡа ашырырға кәрәк. Ҡурҡытып түгел, ә ҡыҙыҡһындырып. Ҡаршы ҡуйып түгел, ә шәхестең, йәмғиәттең һәм дәүләттең мәнфәғәттәрен яҡынайтып”, тип раҫлауы үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә.

Беҙҙе, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре булараҡ, Президенттың “Беҙҙең яңы мәктәп” инновацион проекты айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Президент, мәктәп яңы милли мәҙәниәтте формалаштырыу үҙәге булып торасаҡ, тип асыҡтан-асыҡ әйтә. Шунан сығып, педагогик белемдең төп бурысы – шәхестең үҫешен генә түгел, шулай уҡ ил үҫешенең бөтә йүнәлештәрендә инновацион ынтылыш та тәьмин итерлек хәҙерге заман уҡытыусылары әҙерләү. Төп педагогик вуздар уҡытыусылар әҙерләүҙең ҙур үҙәктәре булып торорға тейеш.

Бында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың алдан уҡ республикала профилле фәнни-мәғариф кластерҙарҙы үҫтереү кәрәклеге тураһында тәҡдим индереүен айырып билдәләргә кәрәк. Ул мотлаҡ билдәләнгән бурысты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк тә.