Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Уҡыусылар Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабына әҙерләнә

Йәмғиәт

18 ноябрҙә республикала Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы башлана. Унда мәктәптәрҙә үткәрелгән һайлап алыу туры еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнашасаҡ. Уҡыусыларҙың эш һөҙөмтәләрен комиссиялар ағзалары баһалаясаҡ. Уларҙың составына предмет буйынса уҡытыусылар, методик берекмәләр етәкселәре, мәғариф идаралыҡтары вәкилдәре инде. Икенсе этап 9 декабрҙә тамамланасаҡ. Ә Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаларының төбәк этабы яңы 2010 йылда үтәсәк.

Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы йыл һайын РФ Мәғариф һәм фән министрлығы менән Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ етәкселегендә 20 предмет йүнәлеше буйынса үткәрелә.

Олимпиаданың йомғаҡлау турында еңеүселәр һәм призерҙар олимпиада профиленә ярашлы әҙерлек йүнәлештәре (белгеслектәр)  буйынса уҡытыу өсөн урта һәм юғары профессиональ белем биреү дәүләт һәм муниципаль мәғариф учреждениеларына имтиханһыҙ ҡабул ителә.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть