8 декабрь, Кесе йома

12 ноябрь 2009 йыл, 14:12

Дүрт меңдән ашыу әсәлек капиталына сертификат ипотека заемдарын ҡаплауға йүнәлтелде

автор: Марият Артюхова

«Балаһы булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» Федераль закон көскә ингәндән алып Башҡортостанда әсәлек (ғаилә) капиталына 63215 сертификат алынды.

РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк райондарында һәм ҡалаларында әсәлек капиталы средстволарынан 12 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие биреүҙе һорап 50 меңдән ашыу сертификат хужаһы мөрәжәғәт итте.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса  бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, 4142 сертификат хужаһы 1077 миллион һум әсәлек капиталын, торлаҡ кредиттарын индереп, торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә алынған кредиттарҙы һәм заемдарҙы ҡаплауға йүнәлтеүҙе һорап ғариза бирҙе. 3756 ғариза буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителде лә инде.

темалар: Пенсия фонды