4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ноябрь 2009 йыл, 14:03

Электротранспорт паркы яңыртыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Йыл аҙағына тиклем электротранспорт паркы тағы ла егерме өр-яңы модель троллейбус һәм трамвайҙар менән тулыланды.

Хәҙер Өфөлә 13 трамвай һәм 21 троллейбус маршруты бар. Бәйләнеш селтәренең дөйөм оҙонлоғо 331 километр тәшкил итә. Көн һайын электротранспорттың бөтә төрҙәре менән 230-240 мең кеше файҙалана, уларҙың күбеһе – льготасылар. “Өфө ҡалаһы ҡала округының электротранспорт идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры Михаил Давыдов ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.

Уның әйтеүенсә, транспортта энергияны һаҡлаусы технологиялар индереү иҫәбенә байтаҡ энергия экономиялана. Мәҫәлән, “Башҡортостан троллейбус заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңылығы – асинхрон двигатель менән троллейбус («Тробус» моделе) – файҙаланыуҙа күпкә экономиялыраҡ һәм хәүефһеҙерәк, ә салон менән водитель кабинаһы бик тә уңайлы булыуы менән айырылып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 ғинуарҙан Өфө электротранспортында пластик транспорт картаһы ғәмәлгә инәсәк, ул ҡағыҙ билеттарҙы алмаштырасаҡ һәм халыҡтың аҡсаһын да экономиялаясаҡ. Бының өсөн Смоленскиҙа етештерелгән 340 иҫәпләүсе ҡоролма (терминалдар) һатып алынды. Уларҙы һатып алыуға һигеҙ миллион һум аҡса тотонолдо. Бөтә кондукторҙар уҡытылды. Пассажирҙарҙың транспорт картаһы булмаған осраҡта, улар аҡса түләйәсәктәр. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, 1 декабрҙән троллейбуста һәм трамвайҙа йөрөү хаҡы туғыҙ һум тәшкил итәсәк.