6 декабрь, Шишәмбе

12 ноябрь 2009 йыл, 12:31

Башҡортостан Республикаһының Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың профсоюз лидерҙарын, профсоюз хәрәкәте ветерандарын күптән түгел ойошторолған байрам — Башҡортостан Республикаһының профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Хөрмәтле профсоюз лидерҙары!

Профсоюз хәрәкәтенең ҡәҙерле ветерандары!

Һеҙҙе яңы байрам –Башҡортостан Республикаһының профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Профсоюздар хеҙмәт кешеһе хаҡына уңышлы эшмәкәрлектең бай йолалары менән айырылып тора. Хеҙмәткәрҙәрҙең лайыҡлы эш һәм социаль-көнкүреш шарттарын булдырыу, хеҙмәтте һаҡлау торошона контроль, производство коллективтарына етештереү пландарын үтәүҙә булышлыҡ итеү буйынса байтаҡ тормошсан мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү тап һеҙҙең иңегеҙгә төштө. Хеҙмәтсәндәрҙе һәм уларҙың балаларын шифахана-курорттарҙа дауалауға, уларҙың ялын ойоштороуға, граждандарҙы мәҙәни ялға, физкультура һәм спортҡа киң йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирелде. Ҡыҫҡаһы, профсоюздар һәр хеҙмәт кешеһен тәү сиратта борсоған мәсьәләләрҙән ситтә ҡалманы.

Бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа закондар сығарыу, хеҙмәтте һаҡлау һәм халыҡты социаль тәьмин итеү, хеҙмәткәрҙәрҙең законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен юридик яҡлау, лайыҡлы түләү кимәлен тәьмин итеү һәм социаль гарантиялар, эштән нигеҙһеҙ бушатыуға һәм эш хаҡтары буйынса бурыстарға юл ҡуймау өлкәһендәге хеҙмәттәр эшмәкәрлегегеҙҙең төп йүнәлештәре булып тора. Башҡортостанда власть, профсоюздар һәм эш биреүселәр араһында конструктив диалогтың эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылыуы ҡыуаныслы. Социаль хеҙмәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләре социаль партнерлыҡ системаһы сиктәрендә цивилизациялы хәл ителә.

Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, профсоюз сафтарының берҙәмлеген, тыуған республика хаҡына яуаплы эшегеҙҙә яңы уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. РӘХИМОВ.