9 декабрь, Йома

12 ноябрь 2009 йыл, 12:25

Өфөлә йәшелсәләр йәрминкәләре тамамланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә йәшелсәләр  йәрминкәләре  тамамланды. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Уның һүҙҙәре буйынса, быйыл көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре республикабыҙҙың баш ҡалаһында әүҙем үтте. Йәрминкәләр көндәрендә ҡала майҙансыҡтарына ике меңдән ашыу машиналар һатыу итеү өсөн сыҡҡан. Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, тауарҙарҙың төп төрҙәре буйынса хаҡтар былтырғы йыл менән сағыштырғанда 20-30 процентҡа түбәнерәк булыуы күҙәтелгән.

Был аҙнанан башлап йәрминкәләр ҡаланың өс майҙанында –  “Заречный” баҙары эргәһендә, “Гагарин”  һәм “Чайка” сауҙа  комплекстарында ойоштороласаҡ.