Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң 9-сы музыка мәктәбе уҡыусылары – халыҡ-ара конкурстар призерҙары

Сәйәсәт

Өфөнөң Ә.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе  уҡыусылары “Елдәр йүнәлеше – 2009”  балалар һәм үҫмерҙәр ижады  халыҡ-ара  конкурстар призерҙары булды. Быйыл ун бишенсе тапҡыр үткәрелгән конкурстың  девизы – “Беҙ төрлө, ләкин тиңбеҙ”. Конкурста ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең 40 төбәгенән һәм 15 сит илдән – Италия, Франция, АҠШ, Бөйөк Британия, Ҡытай, Төркиә һәм башҡаларҙан – коллективтар һәм башҡарыусылар  Мәскәүҙә йыйылды.

“Халыҡ инструменттары ансамблдәре” номинацияһында кесе йәштәге төркөм балалары араһында Өфөнөң 9-сы  балалар  музыка мәктәбе  уҡыусылары Никита Аксенов һәм Алексей Погудин ҡатнашты. Дуэт башҡарыуында И.С.Бах – А. Вивальдиҙың ре минор концертынан “Адажио”, композитор А. Доренскийҙың “Яҡшы кәйефе” яңғыраны. Жюри ағзалары ике пьесаның да юғары оҫталыҡ, илһам  менән башҡарылыуын биләләп үтте һәм өсөнсө дәрәжә дипломы һәм кубок менән бүләкләне. Ике йәш музыкант 2010 йылда Австрияла үтәсәк халыҡ-ара фестивалгә саҡырыу алды.

Бынан тыш, Никита Аксенов, Алексей Погудин һәм Камил Әһәҙуллин  шулай уҡ Мәскәүҙә үткән “Тулҡындар өҫтөндә”  исемле  50-се юбилей балалар һәм үҫмерҙәр ижады  халыҡ-ара  конкурсында ла ҡатнашты. Улар “Инструменталь музыка” номинацияһында сығыш яһап, конкурс лауреаттары дипломдары менән бүләкләнде.

Йәш музыканттар төрлө дәрәжәләге биш диплом лауреаттары. Жюри ағзалары йәш таланттарҙың уҡытыусыларын, БР-ҙың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Тләпованы ла диплом һәм Почет грамотаһы менән билдәләне. Өфөнөң 9-сы музыка мәктәбе директоры, БР атҡаҙанған  мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаевҡа талантлы балаларға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт хаты тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть