10 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2009 йыл, 11:04

Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын  һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Унда  былай тиелә:

“Хөрмәтле Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәрҙәре  һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ  –  Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы менән Башҡортостанды тиҫтәләрсә йылдар буйы үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек бәйләй. Бөгөн ул – физик һәм юридик шәхестәр өсөн тотороҡлолоғо һәм ышаныслылығы заман һынауын үткән универсаль банк. Башҡортостан предприятиеларының күпселеге Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһыһының киң хеҙмәттәр комплексын файҙалана. Республиканың һәр бер кешеһе тиерлек уның клиенты булып тора.

Юғары профессиональ коллективығыҙ банк продукттарын әүҙем үҫтереүе, юғары һөҙөмтәле заманса  технологияларҙы ғәмәлгә индереүе, филиалдар селтәрен киңәйтеүе ҡыуаныслы. Был эш клиенттарға хеҙмәтләндереүҙең иң уңайлы формаларын тәҡдим итеү, бик күп мәсьәләләрҙе һығылмалы һәм тиҙ хәл итеү мөмкинлеген бирә.

Һаҡлыҡ банкыһы – Башҡортостандың банк системаһында алыштырғыһыҙ лидер, ышаныслылыҡ символы, бик күп клиенттары өсөн тоғро һәм иғтибарлы партнер. Бының нигеҙе  – хеҙмәткәрҙәренең юғары компетентлылығы һәм яуаплылығы кимәле.

Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы Башҡортостан бүлексәһенең барлыҡ  хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ,именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостан һәм Рәсәй хаҡына артабан да хеҙмәт уңыштары теләйем.

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ.Рәхимов.”