8 декабрь, Кесе йома

12 ноябрь 2009 йыл, 10:16

Бөгөн Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

автор: Николай Ермоленко

12 ноябрь  Ҙур Кремль һарайының Георгий залында   Рәсәй  Федерацияһы Президенты  Дмитрий  Медведев Федераль Йыйылыш ағзалары алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Рәсәй Президентының  Мөрәжәғәтнамә менән сығышын  тура трансляциялауҙы “Рәсәй” һәм “Беренсе” телеканалдары, ә  матбуғат  агентлыҡтары – интернет аша реаль ваҡыт режимында алып барасаҡ.

Дәүләт башлығы Мөрәжәғәтнамәһе "Рәсәй, алға!" программа мәҡәләһен тикшереү барышында әйтелгән тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып төҙөлдө. Дмитрий Медведев, мәҡәләлә стратегик йүнәлештәр ентекле бирелгәнгә күрә, Мөрәжәғәтнамә лә аныҡ һәм предметлы, мәҡәләлә күтәрелгән һорауҙарға яуаптар булырға тейеш, тип билдәләне.

“Күптән түгел мин артабан беҙгә нисек йәшәүебеҙгә арналған "Рәсәй, алға!" мәҡәләһен  баҫтырҙым,– тине Дәүләт Думаһында күрһәтелгән сәйәси партиялар етәкселәре менән осрашыуҙа. – Быйылғы Мөрәжәғәтнамә икенсе сценарий буйынса әҙерләнә. Мин, асылда, Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеһе менән алдан таныштырҙым.”

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Рәсәй Президенты итеп һайланғандан һуң, беренсе Мөрәжәғәтнамә менән Дмитрий Медведев 2008 йылдың 5 ноябрендә сығыш яһаны.