Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Раил Әсәҙуллин Координацион совет рәйесе итеп һайланды

Сәйәсәт

“Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Сәйәси клубы Координацион советы рәйесе итеп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин һайланды. Бындай ҡарар партияның Төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышында ҡабул ителде.

2005 йылда ойошторолған Сәйәси клуб эшмәкәрлеге берҙәм рәсәйҙәрҙең идеологик эшенең мөһим йүнәлеше булып тора. Сәйәси клуб сиктәрендә партия эшмәкәрлеге мәсьәләләре генә түгел, ижтимағи тормоштоң актуаль проблемалары ла тикшерелә. Элек Координацион советты Төбәк сәйәси советы секретары етәкләй ине, хәҙер был функциялар Раил Әсәҙуллинға йөкмәтелде.

Теги: партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть