3 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 17:08

Рөстәм Мәрҙәнов: банк системаһында хәлдәр тотороҡло

автор: Ольга Горюнова

Көрсөк күренештәре  төбәктең банк системаһы эшмәкәрлегендә сағылыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда банкылар хеҙмәтләндереүҙәре менән тәьмин итеү кимәле яҡшы. Бөгөн был хаҡта республика баҫмалары журналистарына БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте. Дөйөм алғанда, банкылар хеҙмәтләндереүҙәре  менән тәьмин итеү кимәле 30 процентҡа күтәрелгән, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә бындай үҫеш күҙәтелмәй. Был – башҡорт  предприятиеларының финанс хәленең яҡшы булыуы һөҙөмтәһе.

Быйыл биш йыл эсендә беренсе тапҡыр республика территорияһында эшләүсе банкылар һаны кәмене. Хәйер, Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәре буйынса, кредит ойошмаларының һаны  һәм банкылар хеҙмәтләндереүҙәре  менән тәьмин итеү кимәле буйынса  республика элеккесә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә. Мәҫәлән, финанс көрсөгө ваҡытында банкылар хеҙмәтләндереүҙәр инфраструктураһын киңәйтте: сауҙа селтәрҙәрендә банкоматтар, терминалдар һаны бермә-бер артты.

Ыңғай тенденциялар быйыл да күҙәтелә. Мәҫәлән, төбәккә “Минең банк.Ипотека” кредит ойошмаһы кире ҡайтты, тиҙҙән  ул исемен алмаштырасаҡ һәм “Минең банк. Башҡортостан” тип аталасаҡ.

Әлбиттә, мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Улар иҫәбендә –  кредитлау. Әммә, Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, был ваҡытлыса, сөнки күп кенә кредит ойошмалары яңы продукттар әҙерләй һәм  киләсәктә бәләкәй эшҡыуарлыҡты һәм торлаҡты кредитлау тергеҙеләсәк. Әйткәндәй, республикала ипотека займдарын Инвесткапиталбанк, Башпромбанк, Социнвестбанк, “Минең банк.Ипотека”, Росбанк, Транскредитбанк, ВТБ24, “Уралсиб”, Төбәк үҫеш банкыһында  һәм башҡаларҙа бирелә.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, ипотека кредиты буйынса ҡайтарылмаған бурыс кимәле, башҡа кредиттарға ҡарағанда, күпкә түбәнерәк – 1,8 процент. Физик шәхестәргә бирелгән займдар күрһәткесе 5,7 процент, ә юридик ойошмаларға – 7,5 процент.

темалар: Банкылар