4 декабрь, Йәкшәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 15:09

Илдус Илешев коллегаларын Башҡортостандың ыңғай имиджын нығытырға саҡырҙы

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ведомство коллегияһының сираттағы ултырышында хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙарын, муниципалитеттарҙың мәҙәниәт бүлектәре начальниктарын һәм республиканың мәҙәниәт учреждениелары етәкселәрен мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Башҡортостандың ыңғай имиджын нығытыуға булышлыҡ иткән күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өҫтөндә эште көсәйтергә саҡырҙы.

“Маҡсатыбыҙ – кешеләрҙең етеш тормошо, Башҡортостаныбыҙҙың ижади ҡеүәтен арттырыу” Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуға ярашлы, дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының 2009 йылдың туғыҙ айындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә арналған ултырыш бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында үткәрелде.

Илдус Илешев хәбәр итеүенсә, ведомствоның уҙған осорҙағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары республиканың театр-концерт ойошмалары план күрһәткестәрен үтәүе тураһында раҫлай. Мәҫәлән, спектаклдәр һәм концерттар һаны буйынса план – 109 процентҡа, хеҙмәтләндерелгән тамашасылар иҫәбе буйынса 113,3 процентҡа үтәлгән. Әммә был һандарҙы былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырып,  Илдус Ғөбәйҙулла улы, спектаклдәр һәм концерттар һаны – өс процентҡа, ә тамашасылар һаны 7,5 процентҡа кәмегән, тип билдәләне.¬¬

— Шуға ҡарамаҫтବн, БР Дәүләт академия рус драма театры, Нефтекама дәүләт филармонияһы, Милли симфоник оркестр, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры кеүек ижади коллективтар пландарын үтәп кенә ҡалманы, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда ҡаралған күрһәткестәрен арттырҙы, – тине премьер-министр урынбаҫары.

Әммә, Илдус Илешев әйтеүенсә, ҡайһы бер театрҙар һәм концерт ойошмалары үҙҙәренең былтырғы йыл кимәленә лә өлгәшә алманы. Улар араһында: Сибай дәүләт филармонияһы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Сибай дәүләт башҡорт драма театры, «Сулпан» Сибай балалар театры.

Шуның менән бәйле, ведомство башлығы үрҙә телгә алынған мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренән быйыл ҡалған ике айҙа төп иҡтисади күрһәткестәрҙе 2008 йыл кимәленән кәметмәү өсөн бөтә тырышлыҡтарын һалыуҙы талап итте.

Ҡаралған осорҙа республиканың театр-концерт ойошмалары гастролдәрҙә 1565 сығыш яһаны. Гастролдәр буйынса сығымдар – 9,42 миллион һум, табыштар 9,48 миллион һум тәшкил итте.

— Шулай ҙа ҡайһы бер театр-концерт ойошмаларының гастролдәр буйынса сығымдары ҡапланмай, – тине Илдус Илешев. – Милли симфоник оркестрҙа, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт ансамблендә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сығымдар табыштан күпкә артығыраҡ килеп сыҡты.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Туймазы татар драма театры, Стәрлетамаҡтың Рус драма театры, Сибай дәүләт филармонияһы, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы, Нефтекама дәүләт филармонияһы гастроль эшмәкәрлегендә юғары табыш кимәленә һәм килемдең сығымдан артығыраҡ булыуына өлгәште.

темалар: коллегиялар