Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

"Берҙәм Рәсәй" Төбәк сәйәси советы президиумы ултырышы булып уҙҙы

Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә "Берҙәм  Рәсәй" партияһының  Башҡортостан  төбәк   сәйәси советы президиумы ултырышы булып уҙҙы. Уны Төбәк  сәйәси советы рәйесе,  БР  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе  Константин Толкачев  алып барҙы.

Төбәк сәйәси совет президиумы ағзалары төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең партия рәйесе Владимир Путинды тикшереү һөҙөмтәләрен, Төбәк бүлексәһе сәйәси клубы эшмәкәрлеген, “Берҙәм Рәсәй: Башҡортостан” гәзитенә 2010 йылдың  тәүге ярты йыллығына яҙылыу барышын тикшерҙе. Бынан тыш, президиум ултырышында  сәйәси совет структураһы, Президиум ағзаларының бурыстары һәм башҡа мәсьәләләре ҡаралды.

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһына ярҙам итеү  Башҡортостан төбәк йәмәғәт фондының  эшмәкәрлегенә, партия рәйесе Владимир Путиндың Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иткән граждандарға адреслы ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә,  партияның Төбәк контроль-ревизия комиссияһы   тураһында положениеға анализ яһалды. Тикшерелгән мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.

Теги: Партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть