Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда иң яҡшы врачтарҙың исемдәре билдәләнде

Йәмғиәт

БР Һаулыҡ  һаҡлау министрлығы  “Йылдың иң яҡшы врачы”  Бөтә  Рәсәй конкурсы сиктәрендә барған  һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡлау яһаны.

БР Һаулыҡ  һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы  конкурста  тәҡдим ителгән 28 номинацияның  25-е   буйынса  115 врач ҡатнашты.

“Иң яҡшы балалар врачы” номинацияһында Октябрск ҡалаһы балалар дауаханаһының  медик — социаль  ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире Альбина Мәһәнова еңеү яуланы. “Иң яҡшы неонатолог”  исеме Республика балалар клиник дауаханаһының врачы Алһыу  Байковаға бирелде. Өфө ҡалаһының 17-се дауаханаһы урологы Александр Цырьяк  “Иң яҡшы балалар хирургы”  исеменә лайыҡ булды.  

“Иң яҡшы терапевт” -  Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының гастроэнтерология бүлексәһе мөдире  Зилара Ғабдрахманова. Дүртөйлө ҡалаһының үҙәк район дауаханаһы хирургы Георгий  Хан “Врач-хирург” номинацияһында иң яҡшы тип танылды. Өфө  ҡалаһының  8-се дауаханаһы 1-се гинекология бүлеге мөдире Татьяна Турбинаға “Иң яҡшы акушер–гинеколог” номинацияһында еңде.

Дүртөйлө ҡалаһы үҙәк район дауаханаһының баш врачы  Рәшит Мостафин 2009 йылда “Медицина ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе”, тип табылды. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының клиник–диагностик лаборатория врачы Динә Ваһапова “Иң яҡшы  врач-тикшереүсе” номинацияһы еңеүсеһе.

Марина Иванова (Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы)– “Иң яҡшы врач-невролог”, Лидия Алексеева – “Иң яҡшы врач-психиатр” (1-се республика психиатрия дауаханаһы), Сергей Шабаев –“Иң яҡшы ашығыс медицина  ярҙамы врачы”(Өфөнөң “Ашығыс медицина  ярҙамы станцияһы”).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть