Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә “Әсә һәм бала” клиникаһы асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә “Әсә һәм бала” клиникаһы асылды. Был тантанала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков, ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев, башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Өфөлә асылған клиника – Рәсәйҙә билдәле ошондай “Әсә һәм бала” селтәре учреждениеларынан туғыҙынсыһы. Ул ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын һәм ғаилә парҙарының репродуктив һаулығын һаҡлауға махсуслашҡан.

Клиника базаһында операция бүлмәһе һәм көндөҙгө стационар менән гинекология бүлексәһе, үҙ лабораторияһы менән консультатив-диагностика бүлексәһе урын алған.

Фидус Ямалетдинов медицина практикаһына юғары технологияларҙы индереүҙең ни тиклем мөһим булыуын билдәләне, быларҙың барыһы ла медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыуға һәм уны арзанайтыуға  йүнәлтелгән.

Мәскәүҙең баш акушер-гинекологы Марк Курцерҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, клиника белгестәре төп бурысты ғаилә парын комплекслы тикшереүҙә һәм дауалауҙа күрә. Клиника ҡиммәтле юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

“Әсә һәм бала” клиникаһы сменаһына 30 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бында ошо өлкәләге иң яҡшы белгестәр эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть