10 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 13:18

Вил Ғабдуллин алты тапҡыр донъя чемпионы булды

автор: Дмитрий Слезин

Титуллы башҡорт файтеры Вил Ғабдуллин донъя чемпионатында яулаған үҙенең “алтын” миҙалдар иҫәбен алтауға еткерҙе. Ошо көндәрҙә Ғабдуллин Италияла үткән көрәш сәнғәте буйынса донъя чемпионатынан әйләнеп ҡайтты.

Был форумда беҙҙең халыҡ-ара бергә-бер көрәш мастеры ике алтын һәм өс көмөш миҙал яуланы.

Был турнирҙа еңеүселәргә үҙ категорияларында “Алтын билбауҙар”  тапшырыуҙары яңылыҡ булып торҙо. Ғабдуллинға ҡалған наградаларына өҫтәп икәү эләкте.