6 декабрь, Шишәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 12:41

Магазин һәм кафеларҙы Яңы йылға иң яҡшы биҙәүгә смотр-конкурс иғлан ителде

автор: Марият Артюхова

1 декабрҙә Өфөлә ҡулланыусылар баҙары предприятиеларын Яңы йылға иң яҡшы биҙәүгә ҡала смотр-конкурсы башлана. Уны үткәреү маҡсаты – предприятиеларҙың декоратив-художестволы һәм яҡтылыҡ менән биҙәү кимәлен яҡшыртыу, матди-техник базаһын уңышлы үҫтергән, биналар фасадтарын, витриналарҙы, инеү ишектәрен, сауҙа залдарын һәм эргәһендәге территорияны оҫта биҙәгән предприятиеларҙы асыҡлау.

Был ярыш ике этапта үткәрелә. Беренсеһе – 15 декабргә тиклем – ҡала райондары кимәлендә, ә икенсеһе – 22-30 декабрҙә – тотош ҡала буйынса.

Смотр-конкурста ҡулланыу баҙары предприятиеларының ике категорияһы ҡатнаша ала. Беренсеһе — айырым торған сауҙа предприятиелары, 1000 квадрат метрҙан ашыу, 1000, 500, 200 квадрат метрға тиклем сауҙа майҙаны менән предприятиелар, сауҙа үҙәктәре һәм сауҙа йорттары, сауҙа-сервис комплекстары һәм сауҙа комплекстары, ваҡлап һатыу баҙарҙары, стационар булмаған ваҡлап һатыу сауҙа объекттары. Икенсе категория — 150-нән ашыу һәм 150-гә тиклем ултыртыу урындары менән йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары.

Конкурстың өс номинацияһы билдәләнде — «Предприятие фасадын Яңы йылға ҡарата иң яҡшы декоратив-художестволы һәм яҡтылыҡ менән биҙәү», «Предприятиеның сауҙа залын Яңы йылға ҡарата иң яҡшы декоратив-художестволы биҙәү», «Предприятиены Яңы йылға ҡарата иң яҡшы комплекслы биҙәү».

Смотр-конкурсҡа 15 ғинуарға тиклем йомғаҡ яһаласаҡ.