10 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 12:03

Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу – төп хәстәрлек

автор: Любовь Колоколова

“Өфө” Халыҡ-ара аэропортында аэропорт хеҙмәттәренең Өфөлә вәкиллектәре булған авиакомпаниялар хеҙмәткәрҙәре менән киңәйтелгән кәңәшмәһе үткәрелде. Авиаташыусыларҙан тыш, унда туроператорҙар, шулай уҡ маркетинг бүлеге һәм аэропорттың башҡа хеҙмәттәре вәкилдәре ҡатнашты.

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Иван Тихонов билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар традиционға әйләнде, улар пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға һәм бөтә подразделениеларҙың үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен юлға һалырға ярҙам итә.

Кәңәшмәлә, 25 октябрҙә “Өфө” Халыҡ-ара аэропорты 2010 йылдың 27 мартына тиклем ғәмәлдә буласаҡ ҡышҡы расписание буйынса эшләүгә уңышлы күсте, тип билдәләнде. Көҙгө-ҡышҡы навигацияла халыҡ-ара йүнәлештәр буйынса – иң элек, Төркиәгә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Египетҡа, Һиндостанға осоштар дауам иттереләсәк. Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса осоштар географияһы ла киң: бөгөн 22 авиакомпания тарафынан башҡарылған 30-ҙан ашыу йүнәлеш тәҡдим ителә.

Өфөнән Минскиға, Киевҡа, Ригаға, Дүшәнбегә һәм башҡа баш ҡалаларға авиабәйләнештәр асыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Алыҫ сит илдәргә, мәҫәлән, Вьетнамға, Чехияға, Ҡытайға яңы рейстар асыу перспективаһы бар. Туроператорҙар вәкилдәре, бындай мәсьәләләрҙе хәл иткәндә рейстарҙың тулы булыуы, туристар тарафынан талап ителеүе төп фактор булып торасаҡ, тип иҫәпләй.