9 декабрь, Йома

11 ноябрь 2009 йыл, 11:23

Өфөлә көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре оҙайтыла

автор: Марият Артюхова

Республиканың баш ҡалаһында көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрен оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Улар ҡаланың өс майҙанында – “Заречный” баҙары эргәһендә, “Гагарин”  һәм “Чайка”сауҙа комплекстарында ойоштороласаҡ.

Көҙгө йәрминкәләрҙә ҡала халҡы түбәнерәк хаҡтар менән ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк,йәшелсәләр һатып ала.Өфө хакимиәтенең матбуғат–аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә,14 йәрминкә көнөндә баш ҡаланың  19 майҙанында һәм 6 баҙар эргәһендәге майҙансыҡтарҙа  258 көҙгө йәрминкә үткәрелгән. Унда 14 мең тоннанан ашыу картуф һәм 6 мең тонна төрлө ассортиментағы йәшелсә, бер мең тоннанан ашыу ит һәм 400 тонна бал һатылған.

Әйткәндәй, 12- 27 декабрҙә, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституциялары көндәре сиктәрендә, Яңы йыл байрамы алдынан, шәмбеһәм йәкшәмбе көндәрендә яңы йыл ҡаласыҡтары урынлаштырылмаған майҙансыҡтарҙа һәм ҡала баҙарҙары эргәләрендә ит йәрминкәләре үткәреләсәк.