3 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 11:06

Ике комиссия эш башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә федераль үҙәктән ике комиссия эш башланы. Был турала мэриялағы кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Уларҙың береһе ҡалала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу программаһы буйынса үткәрелгән эш һөҙөмтәләрен тикшерәсәк, икенсеһе “2009-2011 йылдарға Өфө ҡалаһы ҡала округы белем биреү учреждениеларында туҡландырыуҙы ойоштороуҙы камиллаштырыу” ҡала маҡсатлы программаһына индерелгән үҙгәрештәрҙе тикшереү менән шөғөлләнәсәк.

Ике комиссияның да эше уңышлы тамамланырға тейеш. Өфөлә йорттарҙы капиталь ремонтлауҙы 15 ноябргә тамамларға планлаштырыла. Дөйөм алғанда, ҡалала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу программаһына ярашлы 250-ләп йортҡа ремонт үткәрелә.

Мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙы камиллаштырыу буйынса программаға килгәндә, депутаттар уға үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарарҙы ҡала Советының XIX ултырышында ҡабул иткәйне. Был үҙгәрештәр арҡаһында Өфө хәҙер мәктәп туҡланыуы системаһын үҫтереү өсөн грант алыуға федераль конкурста ҡатнаша аласаҡ. Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, программа ҡала, республика бюджеттары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финансланасаҡ.