5 декабрь, Дүшәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 10:57

Экология министрлығы – экологик белемле булыу өсөн

автор: Эльвира Латипова

БР Экология министрлығы  властың бөтә кимәлдәрендә лә  экологик белемле булыуҙары өсөн сығыш яһай. “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә ҡала һәм район хакимиәттәре, махсуслаштырылған предприятиелар белгестәре менән осрашыу үткәрелде. Семинар  муниципалитеттар эшмәкәрлегендә экологик аспекттар мәсьәләһен тикшерҙе.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина әйтеүенсә, Рәсәй  ҡануниәтенә үҙгәрештәр күп индерелә, шул иҫәптән муниципаль берәмектәр эшмәкәрлегенең экология өлкәһендә лә төҙәтмәләр була.  Бынан тыш, республикала тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса  Президент һәм Хөкүмәт ҡабул иткән стратегик программалар байтаҡ. Уларҙың барыһын да белергә һәм ҡулланырға кәрәк.

темалар: Экология