5 декабрь, Дүшәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 10:41

Башҡортостанда туриндустрия союзы ойошторолдо

автор: Эльмира Сабирова

Республикала туристик индустрия союзы булдырыу тураһындағы ҡарар Профсоюздар йортонда уҙған ойоштороу съезында ҡабул ителде. Союз рәйесе итеп БР Иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко һайланды.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрының беренсе урынбаҫары Кинйә  Ҡускилдин, йыйылыусылар алдында сығыш яһағанда, Башҡортостанда туристик маҡсатта файҙаланырлыҡ һәм  файҙаланырға тейешле ресурстар бар, тип билдәләне.

–  Башҡортостанда туриндустрия союзы  ойоштороу  мәсьәләһе ағымдағы йылдың авгусында Бөрйән районында үткән  БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының күсмә кәңәшмәһендә беренсе тапҡыр күтәрелде, –   тине Кинйә Сәғит улы.  –  Туризм – төбәктең иҡтисади үҫешенең мөһим  өлөшө булып тора. Республиканың төплө матди базаһы булыуы  уның әүҙем үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, беҙҙә  транспорт селтәре үҫешкән, юл буйында хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү яйға һалынған, туристар һәм спортсыларҙың һорауы менән ҡулланған тауарҙар етерлек кимәлдә етештерелә. Әйткәндәй, бөгөн республикала туристик индустрияны артабан үҫтереү буйынса программалар эшләп килә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан туристик союзы хәл итәсәк мәсьәләләр ҙә байтаҡ.

Республикала  Башҡортостан комплекслы күрһәтелгән туристик  интернет –портал асыу  кәрәк. Төбәктәге туризм, сувенир продукцияһы,тәбиғәт, халыҡ кәсептәре хаҡындағы тулы мәғлүмәт тупланған реклама- матбуғат  үҙәген ойоштороу эше башланды. Бынан тыш, был мәсьәләлә беҙгә күрше төбәктәр – Екатеринбург, Ырымбур, Силәбе менән берләшергә кәрәк.

Евгений  Евтушенко фекеренсә,  бөгөн туризмдың иҡтисади ғына түгел, ә социаль категория ла булыуын оноторға ярамай.

темалар: Туризм