10 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 9:34

Башҡортостан профсоюздары үҙҙәренең тәүге байрамына әҙерләнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәре беренсе тапҡыр яңы байрам – БР Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләргә йыйына, ул хәҙер йыл һайын 12 ноябрҙә билдәләнәсәк. “Профессиональ союздар тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” ярашлы Закон 21 октябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 18-се ултырышында ҡабул ителде.

12 ноябрь датаһы осраҡлы ғына һайланманы. Тап ошо көндө 1948 йылда Өфөлә профсоюздарҙың I Башҡортостан өлкә союз-ара конференцияһы үткәрелә, унда Башҡортостан өлкә профсоюздар советы һайлана.

Бөгөн Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы  23 республика тармаҡ ағзалыҡ ойошмаһын берләштерә, уларҙың ҡарамағында 7074 тәүге профсоюз ойошмаһы. Республикабыҙҙа профсоюз ағзаларының дөйөм иҫәбе бер миллиондан ашып китә. Уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һаҡлауҙы 140 меңдән ашыу профсоюз хеҙмәткәре тәьмин итә.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 ноябрҙә республика Профсоюздар йортонда байрам айҡанлы тантаналы йыйылыш үткәрелә. Был форумда Башҡортостанда профсоюз хәрәкәте тарихына һәм уның хәҙерге үҫешенә ҡағылышы булған барыһы ла йыйыласаҡ. Уларҙың иң яҡшыларына Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы, шулай уҡ республика министрлыҡтары һәм ведомстволары грамоталары тапшырыласаҡ.

БР Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү сиктәрендә республика ҡалаларында профактив менән осрашыуҙар, профсоюз хәрәкәте ветерандарын наградлауҙар үткәреләсәк, хоҡуҡ мәсьәләләре һәм пенсия тәьминәте мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, күсмә консультациялар ойоштороласаҡ.

темалар: профсоюздар