10 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2009 йыл, 9:26

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йырсылар конкурсы декабргә күсерелде

автор: "Башинформ"

Өфөлә 16 -19 ноябрҙә үткәрелергә тейеш Ғәзиз  Әлмөхәмәтов исемендәге йырсылар асыҡ конкурсы декабргә күсерелде. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының әйҙәүсе белгес- эксперты Фирүзә Солтанбаева хәбәр итеүенсә, конкурс датаһын  күсереү республиканың баш ҡалаһында ОРВИ һәм грипп менән ауырыусылар һанының күбәйеүенә бәйле.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге  конкурс 14-18 декабрҙә  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге  Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк.

Ижади бәйге положениеһына ярашлы, вокалсылар конкурсы өс турҙа үткәрелә. Уның мотлаҡ шарттарының береһе буйынса йырсылар Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың үҙҙәре  һайлаған  бер әҫәрен йырларға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, сираттағы конкурс  республикала иғлан ителгән Йәштәрҙең башланғыстарын  яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған. Унда  18 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге махсус вокалсы белеме булған башҡарыусылар, шулай уҡ урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының  вокал бүлеге  студенттары ҡатнаша ала.

темалар: Конкурстар