4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2009 йыл, 17:31

Массаж буйынса республика чемпионы билдәләнде

автор: Елена Макушина

Өфөлә медицина массажы буйынса Башҡортостан Республикаһының беренсе асыҡ чемпионаты тамамланды. Ул Башҡортостан медицина колледжы базаһында үтте. Беренсе урынды – “Йоматау” санаторийынан Динар Мансуров, икенсе урынды – Сергей Головачев («Республика врач-физкультура диспансеры»), өсөнсө урынды Тимур Вәлиев («Фитнес-парк», Өфө) яуланы.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте вәкиле Лира Исхаҡова хәбәр итеүенсә, ярыштар киң медицина хеҙмәтләндереүҙәре спектрының айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ массажды популярлаштырыу, һәләтле белгестәргә ярҙам итеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелде.

— Чемпионат Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында ла беренсе тапҡыр үткәрелә, — тине Исхаҡова. – Һайлап алыу турында республика ҡалаларынан һәм райондарынан медицина массажы буйынса 70 белгес ҡатнашты. Финалға һайлап алыу ярыштарында еңеүсе 20 кеше сыҡты.

Жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә умыртҡа бағанаһы остеохондрозын дауалағанда ҡулланылған медицина массажының 20 төрлө методикаһы тәҡдим ителде. Профессор Юрий Новиков етәкселегендәге судьялар коллегияһы чемпионатта ҡатнашыусыларҙы “Оҫталыҡ һәм ҡыйыулыҡ”, “Тамашасы һөйөүе призы”, “Уникаль методика булдырған өсөн”, “Йыл асышы”, “Чемпионат жюрийының махсус призы”, “Сифат стандарты” номинацияларында баһаланы.