5 декабрь, Дүшәмбе

10 ноябрь 2009 йыл, 16:38

Ит малсылығын үҫтереү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

автор: Эльвира Латипова

Малсылыҡта ит йүнәлешен үҫтереү Рәсәйҙең дәүләт өҫтөнлөктәре категорияһына индерелде. Быға тос нигеҙҙәр бар, сөнки дәүләттең аҙыҡ-түлек именлеге – ул иҡтисади ғына түгел, сәйәси мәсьәлә лә.

Илебеҙ ҡулланылған иттең 57 проценттан сит илдәрҙән ала, ә был миллион тоннаға яҡын тигән һүҙ. Тимәк, Рәсәй эсендә ит һатыуҙан төшкән аҡсалар сит илдәр – Бразилия, Австралия һәм башҡа илдәр ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға китә.

Ит етештереү – ул, иң элек, ит малсылығын үҫтереү. Беҙҙә иһә дөйөм һыйыр малынан итле тоҡом малы өлөшө бер ярым процент ҡына тәшкил итә. Был сиктән тыш түбән күрһәткес. Алға киткән илдәрҙә бөтөнләй ҡапма-ҡаршы күренеш: итле тоҡом малы һөтлө тоҡом менән бер тигеҙ. Мәҫәлән, Европала нисбәт 1:1. Америкала дөйөм көтөүҙең 20 проценты ғына һөтлө һыйырҙар.

Бөгөн Өфөлә башланған семинар тармаҡҡа дәүләт ярҙамы мәсьәләләренә һәм малсыларҙың ит тоҡомо малдары менән эш итеүенең төп аспекттарына арналды. Семинарҙың тәүге ике көнө — теоретик. Киләһе ике көндә республиканың төп тоҡомсолоҡ предприятиелары базаһында ғәмәли занятиелар үтәсәк. Семинарҙа ҡатнашыусылар билдәле белгес – ит малы үрсетеү буйынса консультант Ален Оге әфәнде менән аралашасаҡ.

Семинарҙы асып, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов хужалыҡтар етәкселәренә ит йүнәлешенә дәүләт ярҙамы саралары тураһында иҫкәртте. Мәҫәлән, тоҡомһоҙ ит малы һатып алғанда хужалыҡтар тереләй ауырлыҡтың һәр килограмына 45 һум ставкаһы буйынса субсидияға иҫәп тота ала. Быҙауы менән бер һыйырҙы аҫырауға дәүләт 8260 һум түләй. Ике йәштән оло булмаған һәм 450 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы ит малын һатҡанда һәр баш һыйыр малына 20 мең һум күләмендә субсидия түләнә. Тоҡомло ит малы һатып алғанда тереләй ауырлыҡтың һәр килограмына 62 һум түләнә.

— Итле малсылыҡ үҙенән-үҙе үҫешә алмай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Шамил Вахитов. – Ул ашатыуға бик талапсан.

Вице-премьер тармаҡты үҫтереүҙең бөтә нескәлектәрен иҫәпкә алып, дөйөм эш программаһы төҙөү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Был документ 20 ғинуарҙан да һуңға ҡалмай әҙер булырға тейеш.