4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2009 йыл, 15:39

Республиканың 2010 йылға бюджеты дефициты арттырылды

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милекселек мәсьәләләре буйынса комитеты үҙенең бөгөнгө ултырышында парламенттың октябрь ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән республиканың 2010 йылға бюджетына төҙәтмәләр индереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең тәҡдимдәрен хупланы.

Үҙгәртеүҙәр федераль бюджеттан финанс ярҙамы күләмен аныҡлау, Президент һәм БР Дәүләт Йыйылышы тарафынан инвестицион программаларҙы финанслау менән бәйле ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеге арҡаһында килеп тыуҙы.

«2010 йылға республика бюджеты табыштарында уны арттырыу яғына төҙәтеп иҫәпкә алырға тәҡдим ителгән аныҡлауҙарҙың дөйөм суммаһы 9 миллиард 911 миллион 900 мең һум, һәм сығымдар буйынса 12 миллиард 911 миллион 900 мең һум тәшкил итәсәк, — тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров. –  Шулай итеп, бюджет дефицитын беренсе уҡыуҙа ҡаралған менән сағыштырғанда өс миллиард һумға арттырырға тәҡдим ителә. Тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙән һуң Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға бюджетының табыш өлөшө күләме – 63 миллиард 745 миллион 522 мең һум, ә сығым өлөшө күләме 76 миллиард 745 миллион 522 мең һум тәшкил итергә тейеш».

Депутаттар «2010 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» БР Законы проектына республика Хөкүмәте тәҡдим иткән 95 төҙәтмәне һәм Дәүләт Йыйылышынан өс төҙәтмәне ҡараны һәм хупланы. Закон проектын ноябрь ултырышы көн тәртибенә индереү һәм шул ултырышта икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡабул итеү өсөн Дәүләт Йыйылышы Президиумына ебәрергә ҡарар ителде.