7 декабрь, Шаршамбы

10 ноябрь 2009 йыл, 15:16

Өфөлә электр транспортында йөрөү өсөн пластик карталар индереләсәк

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә электр транспортында йөрөү өсөн  пластик карталар индереләсәк. Бының өсөн электрон иҫәпләү  ҡоролмалары  – терминалдар ҡайтарылған. Әлегә  пассажирҙарға билет  ҡулаҡсаға бирелә, 1 декабрҙән башлап ҡағыҙ билеттарҙы алмаштырыусы пластик  карталарға күсеү ҡаралған. Был хаҡта мэрияла үткән матбуғат конференцияһында “БР Өфө ҡалаһы ҡала округы электр транспорты идаралығы” муниципаль  унитар  предприятиеһының генераль директоры Михаил Давыдов хәбәр итте.

Михаил Давыдов  һүҙҙәренсә,  электр транспорты менән көн һайын 300 мең  пассажир ҡуллана. Туғыҙ ай эсендә 65 миллион кеше  транспорттың был төрө менән файҙаланған, уларҙың күпселеге төрлө льготалар менән ҡуллана.

– Бөгөн электр транспортында билет хаҡы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының  2008 йылдың 1 ғинуарында  сыҡҡан ҡарарына ярашлы 7 һум тәшкил итә һәм был тариф ике йыл тиерлек үҙгәртелмәгән.  Пластик карталар иң элек “Башавтотранс” автобустарында ҡулланыла башланы. Уларҙың тәжрибәһенән сығып, пластик  транспорт карталарҙы һатыу, файҙаланыу һәм контролләү тәртибе тураһында республика баш ҡалаһының транспорт идаралығы Положение төҙөнө. Ошо документҡа ярашлы, “Башҡортостандың социаль картаһы”на транспорт ҡушымтаһы индерелгәнсе, ҡала электр транспортында пластик транспорт карталарҙың 4 төрө ғәмәлдә буласаҡ: “Социаль карта”, “Мәктәп уҡыусыһы картаһы”, “Студент картаһы”, “ Транспорт картаһы”.

Ағымдағы йылдың 1 декабренән  Өфөлә ҡала электр транспортында йөрөү өсөн яңы тариф билдәләнәсәк. Пластик  транспорт картаһы булмаған пассажир өсөн билет хаҡы 9 һум тәшкил итәсәк. Пластик карталары булған граждандар һәм ойошмаларға (карта  иҫәбендә 100 һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш) юл хаҡы 8 һумға төшәсәк.

– Ҡала етәкселеге һәм Электр транспорты идаралығы льготалар менән ҡулланыусы пассажирҙар, пенсионерҙар  өсөн   яңы иҫәп-хисап механизмын  булдырыуға  ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны, – тине Михаил Давыдов. – Ноябрь- декабрь айҙарында улар өсөн социаль транспорт карталарын һатыу, уның иҫәбен тулыландырыу ойоштороласаҡ. 2010 йылдың беренсе ғинуарынан  был пассажирҙар  өсөн льготалы тариф  ҡаралған, трамвай һәм троллейбустарҙа улар  билет өсөн ни бары 3 һум түләйәсәк. Юғары, урта һәм профессиональ белем йорттарының көндөҙгө бүлектәрендә уҡыусылар өсөн бер билет хаҡы 5 һум тәшкил итәсәк.

темалар: Транспорт