5 декабрь, Дүшәмбе

10 ноябрь 2009 йыл, 14:22

«Өфө-Голландия» фотокүргәҙмәһе асыла

автор: Лиә Нәғимова

Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһының икенсе корпусында бөгөн “Өфө-Голландия” фотокүргәҙмәһе асыла. Уның авторҙары – биш үҙенсәлекле ижади шәхес – Өфө рәссамдары һәм шағирҙары.

Рәссам һәм дизайнер Кирилл Шанин Голландияның ҡала пейзажын күрһәтә, шағирҙар Александр Залесов һәм Светлана Смирнова, рәссам Юлия Ломова һәм Елизавета Бочкарева Өфөлә һәм уның эргәһендә төшөрөлгән төрлө жанрҙағы фотографияларын ҡуйған. Төрлө урында төшөрөлгән эштәр бер экспозицияға берләшкән һәм уның исемен билдәләгән.

— Беҙ был фотокүргәҙмәне “УФЛИ” әҙәби берекмәһенән бер төркөм авторҙарҙың асыҡ коммерция булмаған проекты булараҡ ойошторҙоҡ, — тип һөйләй күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың береһе шағир Александр Залесов. – Киләсәктә беҙ авторҙар даирәһен киңәйтергә һәм төрлө тематик күргәҙмәләр ойошторорға планлаштырабыҙ.

темалар: күргәҙмәләр