Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65 ↓

EUR 69.07 ↑

23 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Хәрби комиссариаттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бөтә һорауҙарға ла яуап бирәсәктәр

Йәмғиәт

Хәрби хеҙмәткә  сираттағы  саҡырыу  тамамланыуға яҡынлашып килһә лә, хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы һорауҙар ата-әсәләрҙе лә, буласаҡ һалдаттарҙы ла  борсой.

Башҡортостан хәрби комиссариатының  йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе мөдире Зифа Мәғәфүрова хәбәр итеүенсә, 2009 йылдың 1 октябренән алып  бында 40-тан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Күпселек һорауҙарҙы  ата-әсәләр бирә: буласаҡ һалдаттарҙың сәләмәтлек торошо, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың балаларына пособие күләме һәм түләү тәртибе һәм башҡалар.

Телефондар бында иртә таңдан алып кискә тиклем тынмай. Үҙҙәре Өфөгә килә алмаған ата-әсәләр улдарының  ҡайҙа һәм ниндәй ғәсҡәрҙәрҙә хеҙмәт итеүе тураһында тулы мәғлүмәт алырға теләп шылтырата.

Башҡортостан  хәрби комиссариатының  йәмәғәт  ҡабул итеү бүлмәһе Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан, белешмәләр өсөн телефон: (347) 228-02-92.

Теги: Армия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть