9 декабрь, Йома

10 ноябрь 2009 йыл, 12:08

Венер Ғәлиев самбо буйынса донъя чемпионатында “алтын” яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Грецияның Салоники ҡалаһында самбо буйынса донъя чемпионаты тамамланды. «Весь спорт» спорт мәғлүмәте агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфө спортсыһы, хәрби самбо буйынса донъя чемпионы Венер Ғәлиев 74 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сираттағы “алтын” яуланы.

Хәрби самбо программаһы буйынса Рәсәй көрәшселәре ун ауырлыҡ категорияһында биш еңеү яуланы, уға ике “көмөш” һәм бер “бронза” өҫтәлде. “Алтын”ды, Ғәлиевтан тыш, Михаил Панков (62 килограмға тиклем), Вячеслав Василевский (90 килограмға тиклем), Сергей Храмов (100 килограмға тиклем) һәм Алексей Князев (100 килограмдан ашыу) яуланы.

темалар: хәрби самбо