9 декабрь, Йома

10 ноябрь 2009 йыл, 11:51

Ҡаланан ситтәге күсемһеҙ милеккә хаҡтар арта

автор: Ольга Горюнова

Быйыл көҙ ҡаланан ситтәге күсемһеҙ милеккә хаҡтар күтәрелә башланы. Мәҫәлән, сентябрь-октябрҙә ҡаланан ситтәге йорттарҙа бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы – 3,5 процентҡа, ер участкаларына 1,7 процентҡа артты.

“Эксперт” күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөтә йорттар, коттедждар, таун-хаустар буйынса уртаса тәҡдим хаҡы бер квадрат метр өсөн 26,3 мең һум тәшкил итте. Был ике ай элеккегә ҡарағанда 2,5 процентҡа юғары, әммә йыл башындағынан 7,7 процентҡа кәмерәк.

Иң кәм тәҡдим хаҡы Иглинда теркәлгән, унда 65 квадрат метрлыҡ йорт бер миллион һумға һатыла. Иң юғары хаҡ – 8 Март ҡасабаһындағы 297 квадрат метрлыҡ коттедж 18 миллион һумға һатыла.

Иң арзан участка Шаҡшала һатыуға ҡуйылған (дүрт сутый 100 мең һумға), иң ҡиммәте – Аҡбирҙелә (18 сутый 2,55 миллион һумға).