6 декабрь, Шишәмбе

10 ноябрь 2009 йыл, 11:44

Өфөлә волейбол буйынса БР Президенты Кубогы ярыштары уҙғарыласаҡ

автор: Дмитрий Слезин

20 — 22 ноябрҙә   Өфөлә волейбол буйынса  БР Президенты Кубогы ярыштары уҙғарыласаҡ.

Турнирҙа дүрт команда ҡатнаша: "Урал" (Өфө), "Войводина" (Нови-Сад, Сербия),  "Ярославич" (Ярославль), "Локомотив-Изумруд" (Екатеринбург).

Башҡортостан Республикаһы Президенты Халыҡ-ара Кубогы  ярыштары графигы  (Өфө ваҡыты):

20 ноябрь, 17 сәғәттә – "Ярославич" – "Войводина"; 19 сәғәттә – "Урал" –"Локомотив –  Изумруд".

21 ноябрь, 15 сәғәттә – "Локомотив-Изумруд" – "Ярославич"; 17 сәғәттә –"Урал" –"Войводина".

22 ноябрь, 15 сәғәттә – "Войводина" –"Локомотив-Изумруд"; 17 сәғәттә – "Урал" – "Ярославич".