3 декабрь, Шәмбе

10 ноябрь 2009 йыл, 11:17

Рәсәй милицияһы көнө менән!

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары – 10 ноябрҙә билдәләнгән Рәсәй милицияһы көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр органдарының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй милицияһы көнө менән ихлас ҡотлайым!

Эске эштәр органдары ҙур тарихи юл үтте һәм дәүләт власы системаһында айырым әһәмиәткә эйә. Бөгөн улар дәүләтте һәм йәмғиәтте енәйәттәрҙән һаҡлау, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса көндәлек бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашыра.

Республика буйынса Эске эштәр миистрлығының шәхси составы үҙенең һөнәри байрамын, граждандарҙың тыныс тормошон һәм көндәлек хеҙмәтен ышаныслы һаҡлап, поста ҡаршылай. Һуңғы йылдарҙа оператив хәлдең дөйөм тотороҡланыуы ҡыуаныслы. Республика етәкселеге, ҡала һәм район хакимиәттәре эске эштәр органдарына һәм подразделениеларына даими ярҙам күрһәтә, уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, заманса мәғлүмәт технологияларын индереүгә булышлыҡ итә. Министрлыҡтың йәмәғәтселек менән бәйләнеше киңәйә, уның матбуғат хеҙмәтенең, шулай уҡ илдә тәүгеләрҙең береһе булараҡ ойошторолған Республика Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советының профессиональ эше ошо хаҡта һөйләй.

Быларҙың барыһы ла хоҡуҡ һаҡлау эшендә, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә булышлыҡ итә. Һеҙҙең тырышлыҡ менән республикала енәйәтселек кимәле ярайһы уҡ түбән булып ҡала. Һеҙ Төньяҡ Кавказ төбәге биләмәһендә конституцион тәртипте нығытыу буйынса ҙур эш башҡараһығыҙ.

Эске эштәр органдарының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм” Беҙ артабан да һеҙҙең юғары профессионализмығыҙға, принципиаллегегеҙгә, фиҙакәрлегегеҙгә һәм бурыс тойғоһона иҫәп тотабыҙ.

Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватанға яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.