11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2009 йыл, 18:22

Башҡортостанда Пермь крайы башҡорттарының мәҙәниәт көндәре үтәсәк

автор: Марина Шумилова

12-14 ноябрҙә Башҡортостанда Пермь крайы башҡорттарының мәҙәниәт көндәре үтәсәк. Ул БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының башҡорттарҙың милли үҙаңын тергеҙеүгә, туған телен һаҡлауға, милли мәҙәниәтен, йолаларын үҫтереүгә һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙың Башҡортостан Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештәрен урынлаштырыуға йүнәлтелгән “Рәсәй төбәктәре башҡорттары” проектын дауам иттерә. Проект 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы тантаналы билдәләнгән саҡта башланды. Уны Силәбе өлкәһе башҡорттарының мәҙәниәт көндәре асты. 2008 йылда Башҡортостанда Ырымбур башҡорттары Мәҙәниәт көндәре үткәрҙе. Хәҙер эстафетаны Кама буйы башҡорттары ҡабул итә.

Бөгөн башҡорттарҙың 30 процентҡа яҡыны республиканан ситтә йәшәй. Рәсәй төбәктәрендә туған телде өйрәнеү һәм милли мәҙәниәтте үҫтереү өсөн шарттар төрлө. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Мәҙәниәт көндәре үткәреп, был өлкәлә дәүләт органдарының, башҡорт йәмәғәт ойошмаларының һәм ижади коллективтарҙың тағы ла тығыҙыраҡ бәйләнештәренә башланғыс һала. Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡты һаҡлау системаһы булдырылған, уның нигеҙе булып йәмғиәт менән дәүләттең диалогы тора. Һис шикһеҙ, бындай тәжрибә Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Республикабыҙҙа “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” программаһы эшләнеүе бик мөһим, уның маҡсаты – башҡорт халҡының милли-мәҙәни үҫешен дәүләт яҡлауын тәьмин итеү. Башҡортостан Республикаһы, башҡорт милләтенең тарихи тыуған иле һәм донъяла берҙән-бер тупланып йәшәү урыны булараҡ,  башҡорттарҙың социаль һәм рухи-мәҙәни үҫешенә һәр яҡлап булышлыҡ итергә ниәтләй.

Пермь крайында элек-электән Ғәйнә ырыуы башҡорттары йәшәй. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пермь крайының этник структураһында башҡорт халҡы һаны буйынса урыҫтарҙан, татарҙарҙан, коми-пермяктарҙан ҡала дүртенсе урында һәм 40,7 мең кеше тәшкил итә. 2006 йылдың апрелендә ойоштороу ҡоролтайы үткәрелеп, крайҙың ҙур милли йәмәғәт ойошмаһы – Башҡорттар ҡоролтайы төҙөлә, уны Рәсил Мөхәмәтйәнов етәкләй. Чернушка ҡалаһында Кама башҡорттарының Тел һәм мәҙәниәт үҙәге эшләп килә. Былтырҙан “Пермь башҡорттары” гәзите сығарыла.

Башҡортостан баш ҡалаһында Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә Пермь крайы башҡорттарының туған телен һаҡлау һәм милли мәҙәниәтен үҫтереү проблемаларына арналған түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк. Башҡорт дәүләт филармонияһында декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте, милли аш-һыу күргәҙмәләре, китаптар һәм аудио-продукция һатыу ойоштороласаҡ. 13 ноябрҙә Пермь крайы башҡорт ижади коллективтарының гала-концерты күрһәтеләсәк.