8 декабрь, Кесе йома

09 ноябрь 2009 йыл, 17:23

Өфөлә башҡорт шәле республика күргәҙмәһе үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

14 ноябрь Ҡала мәҙәниәт һарайында башҡорт шәле республика күргәҙмәһе (йәрминкәһе) үткәреләсәк. Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған сара БР Президенты Мортаза Рәхимовтың “Халыҡ  кәсептәре  әйберҙәрен етештереүҙең өҫтәмә саралары тураһында” ҡарарына ярашлы икенсе тапҡыр үткәрелә.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә  республиканың төрлө төбәктәренән иң яҡшы шәл бәйләүселәр ҡатнашасаҡ. Сара сиктәрендә башҡорт шәлен бәйләү оҫталары араһында  ижади конкурс, мамыҡтан бәйләнгән әйберҙәрҙе һатыу ойоштороласаҡ.

Мамыҡ шәл бәйләү – башҡорт ҡатын–ҡыҙҙарының боронғо кәсебе. Еңел һәм йылы шәлдәр  бәйләү оҫталығы элек-электән  әсәһенән ҡыҙына күсә килгән.  Бөгөн дә  ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙы шәлһеҙ күҙ алдына килтереп булмай.

темалар: Күргәҙмәләр