7 декабрь, Шаршамбы

09 ноябрь 2009 йыл, 17:22

“Йөҙгә-йөҙ” премияһына дәғүә итеүгә документтар ҡабул итеү тамамлана

автор: Любовь Колоколова

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ярҙамында ҡала үҫеше йәмәғәт фонды дүртенсе тапҡырына “Йөҙгә-йөҙ” Ҡала йәмәғәт эшлекле премияһына дәғүә итеүгә конкурс үткәрә.

“Йөҙгә-йөҙ” премияһы 2006 йылда үҙ эштәре менән ҡаланың сәскә атыуына һәм үҫеүенә, унда йәшәүселәрҙең етеш йәшәүенә булышлыҡ иткән, шулай уҡ тормошҡа ашырырлыҡ ҡыҙыҡлы һәм файҙалы идеяларға эйә булған өфөләргә ярҙам итеү өсөн булдырылған.

Премия түбәндәге номинацияларҙа бирелә: «Өфө — төҙөкләндерелгән ҡала», «Өфө  —  халҡы арта барыусы ҡала», «Өфө – бай һәм иҡтисади үҫешкән ҡала», «Өфө – фәндә, мәҙәниәттә һәм спортта ҙур ҡаҙаныштар ҡалаһы», «Өфө – ҙур административ үҙәк», «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн йәмәғәт таныуы».

Премия булдырылғандан алып конкурста 174 өфөлө ҡатнашты, шуларҙан 53 кеше лауреат булды, 20 номинант “Айырым ышаныс билдәһе” наградаһы алды, 30 еңеүсе үҙ проектын тормошҡа ашырыуға аҡсалата сертификат менән бергә “Эш кешеһе” наградаһына лайыҡ булды. Уҙған осорҙа 50-нән ашыу проект тормошҡа ашырылды.

Һәр номинацияла еңеүселәргә аҡсалата премия һәм диплом тапшырып, “Йөҙгә-йөҙ” Ҡала йәмәғәт эшлекле премияһы лауреаты исеме бирелә.

Конкурсҡа документтар 13 ноябргә тиклем ҡабул ителә. “Йөҙгә-йөҙ” премияһын тапшырыу тантанаһы 18 декабргә билдәләнгән. Ул ҡала хакимиәтендә үткәреләсәк.