Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһы ойошторолдо

Сәйәсәт

Бөгөн  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһына үткәрелгән конкурстың  өсөнсө этабы тамамланды һәм  уның ҡалған ун биш ағзаһы билдәләнде. Хәбәр итеүебеҙсә, Йәштәрҙең   йәмәғәт   палатаһының  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы алдан раҫлаған ағзалары конкурстың икенсе этабына уңышлы үткән   йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре –  25 кандидат менән һөйләшеү үткәрҙе. Һөҙөмтәлә кандидаттар араһынан 15 кеше Йәштәрҙең  йәмәғәт   палатаһы   ағзалары тип һайланды.

Тейешле күләмдә тауыш йыя алмаған ун кандидат Йәштәрҙең  йәмәғәт   палатаһының  резервын тәшкил итәсәк  һәм уның эшендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Ун биш ағзаның береһе вәкәләтлеген ваҡытынан алда һалған осраҡта, улар палатаның төп составына һайлана ала.

Ун биш ағза исемлегенә Бөтә донья башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты Йәштәр советы, Ауыл йәштәре Рәсәй союзының  Башҡортостан төбәк бүлексәләре, ”Берҙәм Рәсәй  Йәш Гвардиясылары”, Башҡортостан Республикаһы  йәштәр союзы, БР–ҙың  “Азатлыҡ” татар йәштәре союзы, “Пласт” украин йәштәре союзы, “Башҡортостан пионерҙары”, “Башҡортостан Республикаһы йәш ғалимдар советы”, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм аспиранттары профсоюзы һәм башҡа  ойошмалар вәкилдәре индерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть