Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Европа сифат аҙналығы башланды

Иҡтисад

Ноябрҙең икенсе аҙнаһы башланды. Ә был, Европа сифат аҙналығы старт алды, тигәнде аңлата. Европа, Азия һәм Америка дәүләттәренең күбеһендә граждандарҙың лайыҡлы тормошо һәм илдең тотороҡло үҫеше өсөн юғары сифатлы продукция һәм хеҙмәтләндереү ни тиклем мөһим булыуын күрһәтеүсе саралар үткәрелә.

Тәүге тапҡыр мөһим даталар календарында был тематик аҙналыҡ 1995 йылда барлыҡҡа килде. Аҙналыҡтың юғары нөктәһе булып кесе йома – Бөтә донъя сифат көнө тора.

Бөгөн сифат проблемаһы актуаль булмаған өлкәне атауы ҡыйын. Был төшөнсә иҡтисад, социология, сәйәсәт, экология проблемаларын хәл итеү менән тығыҙ бәйләнгән.

Өфөлә 12 ноябрҙә үткәреләсәк республика конференцияһында тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифаты – халыҡтың йәшәү кимәлен билдәләүсе төп күрһәткес – өлкәһендәге эш тураһында һүҙ барасаҡ. Унда “сифат” йүнәлешендә ҙур уңыштарға өлгәшкән, халыҡ-ара стандарттар нигеҙендә прогрессив менеджмент ысулдарын индергән предприятиелар етәкселәре һәм төп белгестәре ҡатнашасаҡ.

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияла “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” федераль программа-конкурсы лауреаттары һәм дипломанттары аталасаҡ. Башҡортостан предприятиелары был дөйөм дәүләт ярышында йыл һайын ҡатнаша. Ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр һаны буйынса республика тотороҡло рәүештә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә. Ә былтыр Башҡортостан Рәсәйҙең конкурста ҡатнашҡан 77 төбәге араһында беренсе урынға сыҡты.

Дипломдарҙан тыш, конференцияла “Сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” почет билдәләре тапшырыласаҡ. Киң мәғлүмәт сараларында сифатты тәьмин итеү проблемаларын әүҙем яҡтыртҡан журналистар бүләкләнәсәк. “Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация буйынса иң яҡшы эшкә” студенттар конкурсы йомғаҡтары ла билдәле буласаҡ.

Теги: сифат
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть