Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

"СМИротворец-2009" конкурсының финалистар исемлегенә Башкортостан матбуғат саралары ла индерелде

Йәмғиәт

Этник төркөмдәрҙең бер-береһенә йоғонто яһау  темаһын яҡтыртыу  буйынса  "СМИротворец-2009" конкурсы номинацияларының  финалистар исемлегенә Башкортостандан ике номинант индерелде. Уларҙың береһе –  “Арис” телерадиокампанияһы (Кумертау), икенсеһе – “Башҡортостан” радиоһы (Өфө).

Конкурс  федераль, төбәк һәм милли–мәҙәни матбуғат саралары журналистарының   биш номинация буйынса ҡатнашыуына иҫәпләнгән: ”Телевидение” ,”Радио”, “Матбуғат”,”Интернет” һәм “Балалар һәм үҫмерҙәр матбуғат саралары”.

Жюри  составына билдәле журналистар, шул иҫәптән Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты президенты Ясен Засурский һәм телевизион  алып барыусы Николай Сванидзе инде. Абруйлы жюри, конкурсҡа тапшырылған эштәр менән танышҡандан һуң, уларҙың кимәле юғары булғанға күрә призлы урындар һанын арттырырға, тигән һығымтаға килде.

Еңеүселәрҙең  исемдәре 16 ноябрь, Халыҡ-ара толерантлыҡ көнөндә иғлан ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть