10 декабрь, Шәмбе

09 ноябрь 2009 йыл, 14:33

Милли халыҡ инструменттары оркестры концерты буласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

10 ноябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ инструменттары оркестрының концерты буласаҡ. Был оркестрға донъя музыка практикаһында тиң булырлыҡ оркестрҙар юҡ.

Ижади коллективтың үҙенсәлеге – уның яңғырашында. Унда боронғо башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары, симфоник оркестр инструменттары һәм рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры тембрҙары бергә ҡушылған. Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Калинин был коллективты “донъялағы берҙән-бер оркестр” тип атаған, был һүҙҙәр менән уның уйын ҡоралдары составының һирәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Концертта билдәле музыканттар: Азамат Хәсәншин, Алина Әхмәтова, Ринат Хафизов, Әлфиә Хәбирова, Линар Дәүләтбаев, Ринат Халиков, Алексей Коряковцев, Азамат Хисмәтуллин, Светлана Гребенкина, Иршат Ғәниев, Елена Рыкова, Диана Зөбәйҙуллина һәм башҡалар ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Милли халыҡ инструменттары оркестры 2001 йылдың мартында ойошторолған. Уға нигеҙ һалыусы һәм художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин.

темалар: концерттар